Text1.ru Элвин Грей - Юҡ, Ышанма

Текст песни
Юҡ, мин һине иркәм
Бер кемгә бирмәм
Ғүмергә бирмәм яттарға
Юҡ, уйланма йәнем, ҡайғырма йәнем
Борсолма әле юҡ-барға
Йә, һин тыңла мине
Бер ҡасан һине
Мин алыштырмам башҡаға
Юҡ, бер кемдә тағы һинән дә яҡын
Йөрәктә ялҡын яна
Юҡ ҡарама сит һүҙенә
Тура ҡара һин күҙемә
Мин булырмын тик үҙеңә
Ышанһаң миңә
Юҡ, алданма еңел
Дөрөҫ һүҙ түгел
Имеш йәш күңел елбәҙәк
Юҡ, үпкәләп китмә, мине сит итмә
Өмөтөң киҫмә тиҙерәк
Юҡ, ашыҡма әле, юғалтма мине
Миңә бит иркәм һин кәрәк
Юҡ, онотма берҙә
Һөйөү бар ерҙә
Бер тибә икән йөрәк
Юҡ ҡарама сит һүҙенә
Тура ҡара һин күҙемә
Мин булырмын тик үҙеңә
Ышанһаң миңә


Оставьте свой комментарий