Text1.ru Элвин Грей - Әйҙә Әле

Текст песни
Бөгөн мин кисен яныңа барам
Дискотекаға һине саҡырам
Онот барында, әйҙә урамға
Йә, етәр инде гел дә бүлмә һаҡларға
Күктә йондоҙҙар инде ҡабынған
Улар ҙа һине минең кеүек һағынған
Әйҙә ле бергә йондоҙ һанайыҡ
Дәртле көйҙәргә бейеп ҡалайыҡ
Әйҙә әле төш бейергә
Күңелле бергә
Беҙҙең шундай бит сағыбыҙ
Гөрләй йәшлек усағыбыҙ
Дәртле күңел ҡанатлана
Йөрәктә ут ялҡынлана
Хис тойғолар уянғанға
Яндарымда һин булғанға
Бәхет йылмая ҡараһаң миңә
Ҡайнар хистәрем бары тик һиңә
Ай нуры балҡый һинең йөҙөңдә
Күңелем һиҙә шат һин миңә үҙеңдә
Күктәге йондоҙ кәрәктә түгел
Ерҙәге ҡыҙға тартыла минең күңел
Әйҙә ле бергә гөрләп янайыҡ
Йәшлек ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ
Әйҙә әле төш бейергә
Күңелле бергә
Беҙҙең шундай бит сағыбыҙ
Гөрләй йәшлек усағыбыҙ
Дәртле күңел ҡанатлана
Йөрәктә ут ялҡынлана
Хис тойғолар уянғанға
Яндарымда һин булғанға


Оставьте свой комментарий