Текст песни

ЕТЕГӘН - Таң хистәре

Исполнитель ЕТЕГӘН

Ниже опубликован полный текст песни.

Текст песни

Һиңә генә әйтер һүҙҙәрем бар
Тыңларһыңмы әгәр һөйләһәм
Аңларһыңмы йөрәк хистәремде
Йырҙар итеп һиңә көйләһәм
Юғалтырға,ниңә юғалтырға
Таң нурындай яҡты хистәрҙе
Ниңә-ниңә һағыш итергә һуң
Шундай йәмле иртә-кистәрҙе
Өмөт-хыял барҙа кәрәк түгел
Беҙгә ике яҡҡа китергә
Урталарға һалып һөйләшмәйсә
Ниңә йәнде уттар итергә
Кеше ғүмеренә саф мөхәббәт
Тик бер генә тапҡыр килә ул
Саҡырып тора йәнә икебеҙҙе
Бәхет тигән,оҙон парлы юл